Все новости
Общие статьи
22 Апреля 2022, 16:11

Николо-Березовкалы Миңнур Имамоваға 104 йәш тулды

Әллә генетика «ғәйепле», әллә ауыр бала саҡ нығытҡан, әллә яҡшы тәрбиә үҙенекен итә, әммә яҡташыбыҙ Миңнур Шәмсиәхмәт ҡыҙы Имамоваға Аллаһы Тәғәлә бер быуаттан артып киткән оҙон ғүмер бүләк иткән. Һәм был ныҡлы, үҙ аяҡтарында йөрөүсе, барыһын да аңлаусы әбейгә ҡарағас, бер кем дә уға 104 йәш бирмәйәсәк. Апрелдә уның тыуған көнө булды.

Миңнур Шәмсиәхмәт ҡыҙы алыҫ 1918 йылда Яңы Нуғай ауылында тыуа. Йәш  ярымлык сағында әсәйһеҙ ҡала. Ҡатыны үлгәндән һуң атайҙары икенсегә  өйләнә, тағын балалар тыуа.

1938 йылда ул хисапсы булып эшләгән элекке зенитсы, ауылдашы Әғзәм Имамовҡа кейәүгә сыға. Һуғышҡа ирен Миңнур 1943 йылдың 23 апрелендә оҙата. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағыларға төшкән ауырлыҡтарҙы ҡул балаһы менән ҡалған йәш әсә ауылдаштары менән бергә күтәрә.

Әммә ул бик бәхетле ҡатын була – һөйөклө ире яу ҡырҙарынан иҫән-имен ҡайта. Имамовтар биш бала үҫтерә.  Беренселәре Мөхәммәтнәҡи “Хаҗи” шифахана-профилакторийының хуҗалыҡ өлөшө мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡыҙҙары Гөлзаһира юғары партия мәктәбен тамамлай, районда төрлө етәксе вазифаларында эшләй, лайыҡлы ялға район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе вазифаһынан китә. Гөләндәм ғүмере буйы сауҙа өлкәһендә бухгалтер булып эшләй, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа  хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бар. 

Фәрит ауыл хуҗалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай һәм ғүмерен республиканың банк системаһында эшләүгә бағышлый, ул – Рәсәй  банктары ассоциацияһы Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Рамазаншәриф Ағиҙел ҡалаһының төҙөлөш  тармағында етәксе вазифаларын биләй.

Оҙон ғүмерле Миңнур әбей өс балаһын юғалта, уның ҡарауы, нәҫел дауамсыларына – 8 ейән-ейәнсәре һәм 13 турунына һөйөнә ул. Бөгөн әбекәй ҡыҙы Гөлзаһира һәм кейәүе Хаҗип тәрбиәһендә йәшәй, бик яҡшы итеп тәрбиәләйҙәр үҙен. «Әбейҙе өрмәгән ергә лә ултыртмайҙар. Уға залға карауат ҡуйғандар. Ә бит күптәр ҡарт, сирле кешене төпкө бүлмәгә «йәшерергә» тырыша. Был ғаиләлә әсәйҙәренең урыны — түрҙә», ти ауыл халҡы Имамовтар тураһында.

— Беҙҙең әсәй киң күңелле, сабыр һәм игелекле ул, — ти улы Фәрит. — Уҡымышлы, киң белемле лә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере лә яҡшы. Ул ауылда кемдең ҡасан тыуғанын, ҡасан өйләнгәнен хәтерләй. Уның ярҙамы менән мин унынсы быуынға тиклем нәҫел ағасыбыҙҙы төҙөнөм. 

Балалары был көндө әсәйҙәре эргәһенә йыйылды, уны ихлас ҡотлап, алтын ҡалаҡ менән стакан аҫты бүләк иттеләр. Алтын әбейгә — алтын бүләк, тимәк.

Николо-Березовкалы Миңнур Имамоваға 104 йәш тулды
Николо-Березовкалы Миңнур Имамоваға 104 йәш тулды
Николо-Березовкалы Миңнур Имамоваға 104 йәш тулды
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас: